Халыҡ фекерен тикшергән «Тәбиғәт» йәмғиәте шундай һығымталарға килгән: һораулама үткән 84,9% халыҡ Ҡырҡтытауҙа төҙөләсәк ГОК менән бөтөнләй риза түгел. Халыҡтың 6%-ы ғына был планды яҡшы нәмә тип күрә. Ҡалғандары бер ниндәй ҙә яуап бирә алмаған.
Был эштән нимә көтөлә тигән һорауға ошо нисбәттә төрлө яуаптар бирелгән. (Әйткәндәй, яуаптар араһында бер нисә вариант тәҡдим ителгән):
- 88,5% һыу, һауа һәм тупраҡтың бысраныуынан ҡурҡа;
- 55,75% фекеренсә Башҡортостан байлыҡтары урындағы халыҡҡа файҙа түгел, зыян ғына килтерәсәк;
- Бары тик 3,5% ҡына ошо ГОК арҡаһында инфраструктура үҫешер тип ышана.

82% - тан күберәге ГОК уның янындағы ҡала һәм ауылдар тормошона насар тәьҫир итеп тип уйлай. Ынғай үҙгәрештәргә 7,96% ҡына ышана.
55,7% - ҡа яҡын кеше үҙҙәрен ошо проект һәм уның һөҙөмтәләре тураһында бар кәрәкле мәғлүмәт белә тип уйлай, ә 38,9% фекеренсә уларға тик өлөшләтә генә хәбәр килеп еткән.
Һораулама үткән күпселек (90,2%) фекеренсә, урындағы халыҡтың ошо ГОК төҙөлөүөнә ҡарашы иҫәпкә алынырға тейеш.
Йәмғиәт менән фекер алышыу сараһы итеп Башҡортостан халҡының 62%-ы петиция йыйыуҙы һәм (38%) депутаттар менән осрашыуҙы күрә. Ләкин бары тик 28,3% ҡына ошондай сараларҙа ҡатнаша алған икән.

Һораулама 2025 йылдың 14 июленән 14 августына тиклем үткән. (Ҡулланылған методика – «Ривер-сэмплинг»). Ҡатнашыусылар һаны 791 кеше. Һораулама теле – башҡортса.
Башҡортостандың Әбйәлил районында Ҡырҡтытау өҫтөндә геологик тикшеренеү эштәре башланған. ЯСЙ «Салаватское» (Рус баҡыр компаниһына керә) ошо урында ГОК (тау байыҡтырғыс комбинатын) төҙөүҙө планлай. Ул 2027 йылдан башланып 2029 йылда ҡулланышҡа күсергә тейеш.
Был проект буйынса йылына 10 млн тонн баҡыр рудаһы табылыуы күҙаллана, 1500 эш урыны булдырыласаҡ һәм 40 млрд һум инвестиция һалынасаҡ тиелә. Ләкин һораулама үткән 85% халыҡ быға ҡырҡа ҡаршы. Улар тәбиғәткә зыян киләсәк, шул уҡ ваҡытта урындағы халыҡ фекере иғтибарға алынмаясаҡ тип уйлай. Әүҙем кешеләр төҙөлөш башланмаһын өсөн референдум үткәрелергә тейеш тип һанай.
Башҡортостандың Әбйәлил районында йәнә бер ҡатмарлы экологик һәм ижтимағи хәл тыуҙы. Сәбәп — Ҡырҡтытау һыртында урынлашҡан Салауат ятҡылығында баҡыр рудаһын сығарыу өсөн тау-байыҡтырыу комбинатын (ГОК) төҙөү буйынса план. Проектты «Салауатское» исемле ЯСЙ (яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт) тормошҡа ашырырға йыйына. Ул үҙе «Русская медная компания» (РМК) структураһына инә.
Инвесторҙар мәғлүмәте буйынса, сәнәғәт майҙансығы 2029 йылда ҡулланыла башлаясаҡ. Инвестиция күләме — 40 миллиард һумдан ашыу. Комбинат йылына 10 миллион тоннаға тиклем руда эшкәртмәксе. Шуллай уҡ 1500-ҙән ашыу эш урынын булдырыу, урындағы бюджетҡа һалымдар төшөрөү вәғәҙә ителә. Республиканың рәсми вәкилдәре проекттың иҡтисади әһәмиәтен билдәләй.
Тик район халҡы һәм экологтар был эшкә ҙур ышанмаусанлыҡ һәм шик менән ҡарай.

Оло һәм Кесе Ҡыҙыл йылғаларының сығанаҡтары төҙөлөш майҙансығына яҡын урынлашҡан. Улар Сибай, Магнитогорск ҡалаларын һәм башҡа ауылдарҙы һыу менән тәьмин итә. Әлбиттә, халыҡ йылғаларҙың һайығыуынан, һыу сифатының боҙолоуынан ҡурҡа. Яктыкүл дә яҡында ғына, һәм ул — шифахана зонаһы һәм туризм объекты.

Ҡырҡтытау һырты оҙонлоғо яҡынса 60 км, һәм был биләмә уникаль ландшафттар һәм шишмәләр менән билдәле. Рус география йәмғиәте фекеренсә, был урын һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусына лайыҡ. 2019 йылдан барған разведка эшенең һөҙөмтәһе — боҙолған ер һәм тергеҙелмәҫ хәлгә килгән тәбиғәт.

2018–2019 йылдарҙа Сибайҙа руданың яныуы арҡаһында экологик хәл насарайҙы. Ҡалала төтөн барлыҡҡа килде, һауа бысраны. Әбйәлил халҡы ошо ваҡиғаға оҡшаш хәлдең ҡабатланыуынан ҡурҡа.

Халыҡ һүҙенә ҡарағанда, презентацияларҙа төп һорауҙарға яуап юҡ. Иғландар бер яҡлы, фекер алышыуҙар ябыҡ. Экологтар һәм әүҙемдәр асыҡ әңгәмә, ирекле экспертиза, тулы мәғлүмәт талап итә.
Район халҡы үҫешкә ҡаршы түгел. Ләкин тәбиғәткә зыян килтермәй торған хәүефһеҙ юлдар булдырылырға тейеш. Ауыл халҡының тауышын ишетеү — хакимиәт һәм бизнестың бурысы!